Виртуальный историко-краеведческий музей МОБУ СОШ №1 с.Бураево
Бураевского района Республики Башкортостан
О музее
История школы
Школа сегодня
Ими гордится школа
Победа! 70 лет
Экскурсия по школе
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 166
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа

 

Проект эше

 


Йүнәлеше: ижади - эҙләнеү 
Номинация: социаль -сәнәғәт
ТЕМА: "Борай яғы- тыуған яҡҡынам"
Автор: Раянова Әлфиә, Борай 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 10 а класс уҡыусыһы.
Етәксеһе: Фазулова Г.А.

   

Территориаль урынлашыуы

Борай районы Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында, Бөрө менән Нефтекама ҡалалары араһында урынлашҡан. Район үҙәге – Борай ауылы, республикабыҙ башҡалаһы Өфөнән 155 саҡрым алыҫлыҡта тора. Уның ерҙәре ике ҙур һәм гүзәл йылға –Ағиҙел һәм Танып йылғалары бассейынына инә. Район төньяҡтан Тәтешле һәм Яңауыл, көнсығыштан Балтас, Мишкә, көньяҡтан – Дүртөйлө, көнбайыштан – Ҡалтасы райондары менән сикләнгән. Ул 183 мең гектар ерҙе биләй. 2006 йылдың 1-се ғинуарына районда 28,5 мең кеше, шуларҙың 11 меңе район үҙәге Борайҙа йәшәй.  Борай халҡы элек-электән игенселек һәм терлекселек менән шөғөлләнгән.

 

Тәбиғәт             

 Район территорияһы Танып бассейынына инә торған күп төрлө ваҡ йылғалар, балкалар менән үҙәнлектәргә бүленә. Таныптың һул яғынан Киҙгән, Себергән, Әжәк йылғалары, уң яғынан Тәрә, Ҡартыҡай, Апаша, Варжи, Һарыу һәм башҡа ваҡ йылғалар килеп ҡушылалар.  Танып йылғаһы Башҡортостан картаһында Етеҙ Танып тип исемләнеп йөрөй.  Үҫемлектәр донъяһы бик бай. Урман-ҡыуаҡлыҡтарында ҡайын, шыршы, имән, йүкә, ерек, уҫаҡ ағастары. Болондарҙы, йылға үҙәндәрен муйыл, балан, миләш ағастары матурлап ултыра, ҡарағат ҡыуаҡтары уңыш бирә. Урмандарҙа бүре, төлкө, болан, ҡабан сускаһы, ҡуян, бурһыҡ һәм башҡалар осрай.   Йылға-күл буйҙарында ҡыр өйрәктәре, ҡаҙҙар, һуйырҙар, аҡсарлаҡтар, торналар һәм башҡа кейек ҡоштар тәбиғәттең гүзәллеген тағы ла матурлайҙар. 

 

Ер аҫты байлыҡтары

Ер аҫты байлыҡтарынан Ҡуҙбай, Бустанай, Ҡайынлыҡ ауылдары янында нефть ятҡылыҡтары барлығы асыҡланған, әлегә ул файҙаланмай тип әйтһәк тә була, бары бер нисә вышканан аҙ күләмдә генә нефть алына.

Иҫке Мостафа, Үтәгән, Ҡаратамаҡ, Шабай ауылдары янында торф ятҡылыҡтары бар. Ҡаратамаҡ ауылы янындағы торф ятҡылыҡтары баҫыуҙарҙы ашлау өсөн файҙаланыла. Ҡуҙбай, Бустанай, Йәлдәк, Яңы Бикмәт ауылдары таулыҡтарында аҡбур ятҡылыҡтары бар.

Шабай, Туғай, Вострецово, Борай ауылдары янында ваҡташ, кирбес һуғыу өсөн яраҡлы ҡыҙыл балсыҡ бар, Иҫке Таҙҙар ауылы янында төҙөлөш өсөн яраҡлы таш сығарыла. Былар бөтәһе лә беҙҙең районда киң ҡулланыла.

 

Борай районының гербы һәм флагы

2007 йылда беҙҙең районда флаг менән герб барлыҡҡа килде. 

                         

 Герб зәңгәр-йәшел төҫтә.    Ҡатмарлы йәшел менән ҙәңгәр төҫтәр – һауа менән ерҙең берҙәмлеген белдереп, көндәлек тормоштоң шатлығын, киләсәккә ышанысын, таҙалығын, йәшәйештең яңырып тороуын аңлата. Уның үҙәк өлөшөндә – аҡ бүре. Аҡ бүре – төрөк халҡының табына торған йәнлеге. Ул көстө, түҙемлекте, батырлыҡты, ҡыйыулыҡты, тоғролоҡто белдерә. Бороңғо ырыуҙарҙың тамғалары ла унда урын тапҡан. Тамғалар быуындан-быуынға күсеп килгән, улар нәҫелдең туғанлыҡ билдәһе.   Алтын төҫ – ҡояш, байлыҡ, бөйөклөк һәм дөрөҫлөк. 

      Х – Борай нәҫеле, Йәлдәк ырыуы тамғаһы

           – Йылан ырыуы тамғаһы

          – Танып ырыуы тамғаһы

     Υ – Ҡырғыҙ ырыуы тамғаһы

            – Эҫке Йылан ырыуы тамғаһы

                                      

  Тарихтан

  Название д. Бураево тесно связано с именем башкира-вотчинника Бурая Ергозина. Чуть выше о нем уже говорилось. Здесь приведем отрывок из документа, где речь идет о нем и его родословной. «Да в челобитье ж ответчиков Мусая Яшпулатова и новокрещена Якушки Исаева написано: изстари де прадед их башкирец Бурай владел вотчиною бортным ухожьем по Таныпу реке, и тот де прадед их Бурай переехал жить из Уфимского уезду в Казанской уезд и жил в Казанском уезде и умре, а после де ево остались дети ево, а их деды Мусайкин де Мурзагул, Якушкин дед новокрещен Стенька; а после де дедов остались отцы их (Яшпулат н Исай) и они Мусайко и Якушко з братьями, и после смерти прадедов, и дедов, и отцов их, у тое вотчину прадеда их Бурая, владели насильством бес крепостей башкирцы Сава да Татлыбай Кокбашевы с товарыщи с прежние башкирские шатости по 205-й (1697) год.» Ельдякские башкиры Мусайка Яшпулатов и новокрещен Якушка Исаев «по сыску и по старине» были признаны владельцами вотчины между р. Азяк и Сибирган.

    А теперь из приведенного материала составим генеалогию Бурая.

    Но имеется и другая родословная Бурая, опубликованная в газете Ахметом Латиповым. Вот она: Аккуш - его сын Караман - его сын Ильбак - его сын Алмак - его сын Бурай - его сын Илмурза - его сын Ишбулат - его сын Бикмухамет - его сын Хасан - его 5 сыновей: Ахун, Ахмер (выше речь шла об Акмире Асанове), Шагбан, Муслим, Муртаза.

    Что можно сказать об этих двух шежере? Первая родословная послужила основным документом для подтверждения права родственников Бурая на вотчину одного аймака Ельдякской волости. Эта родословная Бурая проверялась и перепроверялась. Поэтому в ее достоверности нет сомнений. Вторая родословная вызывает недоверие тем, что отец и сын Бурая не совпадают с данными первой. Достоверны сведения о Хасане и его детях. Как бы то ни было, на основе новых данных следует проверять достоверность второго шежере.

    Думается, что Бурай Ергозин выехал в Казанский уезд до 1661-1664 гг., когда происходило башкирское восстание.

О развитии деревни приводим следующие сведения. В 1795 г. взято на учет в 87 дворах 639 башкир, в 6 дворах - 38 тептярей, в 5 дворах - 26 казахов; в 1816 г. - 1052 башкира, 60 тептярей, 13 ясачных татар, всех дворов 140; в 1834 г. в 269 дворах - 1584 башкира, 62 тептяря, 12 ясачных татар; в 1859 г. в 441 дворе - 2331 башкир-вотчинник, в 11 дворах - 65 припущенников; в 1870 г. в 450 дворах - 2682 башкира; в 1920 г. в 839 дворах - 4297 башкир. Зауряд-сотник Минлибай Валитов сын Кильметов в составе 7-го башкирского полка в 1807 г. находился на территории Пруссии. Затем 6 раз был на линейной службе вдоль р. Урал. Юртовый старшина Абдулхалик Тимербаев сын Кильметов 4 раза находился на пограничной службе. В 1830-1837 гг. был сельским заседателем в Бирском уездном суде. Его сыновья: Тимергали, Нуритдин.

    Бураево с 1864 г. становится центром одноименной волости. В 1870 г. здесь было 4 мечети (в 1842 г. - 3), 5 училищ, 4 мельницы, 40 лавок, по вторникам проводился базар, 20-27 декабря - ярмарка. В конце XIX в. существовал частный книжный магазин.

    Еще в 1737 г. Гумер Усаев (Умир Мусаев) некоторое время жил в д. Рахмангулово Кущинской волости Сибирской дороги «для обучения грамоте башкирских детей».

    В 30-х годах XVIII в. в Башкирии был известен Ахмедмулла Бураев - друг И. К. Кириллова, главы Оренбургской экспедиции. Бураев был в Москве, имеются его письма Кириллову. Эта редчайшая фамилия, может быть, имеет прямое отношение к Бураю Ергозину.

     Борьба башкирского крестьянства против русификаторской политики царизма иногда принимала форму сопротивления религиозно-национальным притеснениям. В д. Бураево в начале 1907 г. жандармы отбирали у торговцев на базаре, а затем уничтожали коран и другие книги. Это вызвало взрыв возмущения у башкир, и они напали на урядников, полицию и станового. Разъяренные полицейские стреляли в безоружных башкир, а когда они стали разбегаться, конные полицейские шашками рубили бегущих.

     Бураевцы занимались хлебопашеством: в 1842 г. на 1584 башкира было засеяно 3648 пудов озимого и 5200 пудов ярового хлеба, т. е. по 5,6 пудов на каждого; имели 8 водяных мельниц. На 269 дворов приходилось 1062 лошади, 996 коров, 585 овец, 618 коз. У пчеловодов было 83 улья.

Шулай итеп, Борай ауылының исеменә бәйле һәм ауылдың барлыҡҡа килеүенә ҡарата төрлө фекерҙәр бар. Беренсе фекер буйынса, Борай ҡарт, Мәккәгә хажға барған бер кешегә эйәреп, Бурайда тигән ҡаланан килә. 

Икенсе фекер буйынса, суҡындырыуҙан ҡасып, Борай бабай Ҡазан ҡалаһынан килеп урынлаша. 

Борай ауылы 1864 йылдан алып ошо исемде йөрөткән волость үҙәге, ә 1930 йылда – район үҙәген тәшкил итә. 

Борай бабайҙың нәҫелен ошо шәжәрә иҫбатлай:

Бөгөнгө Борайҙа төптән борайлыларҙың  Әхмәров,  Шабанов, Мөслимов, Мортазин, Ахунов фамилияларын         йөрөтөүсе  ғаиләләр бик күп. 

 

Борай батырҙары

Борай – Ватан һуғышына 13 069 ир-егетен һәм 77 ҡыҙын оҙата. Шуларҙың 8 меңгә яҡыны һуғыш яландарында ятып ҡала. 

1939-сы йылда аҡ финдарға ҡаршы һуғышта батырлыҡ өлгөһө күрһәткән Бигәнәй ауылы егете Сәхип Майскийға, Днепр йылғаһын кискәндә дошманды дер һелкеткән Кәшкәләү ауылы бөркөтө Әхмәт Закировҡа һәм Ҡырымдағы Сапун тауын штурмлағанда ғәскәрҙәргә ҙур ярҙам күрһәткән Тажетдин Бәғәуетдин улы Ғиләжетдиновҡа – Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтмағандар иҫтәлегенә һәм уларҙы көтөп алалмаған әсәләргә «Һағышлы әсә» һәйкәле ҡуйыған.

 

Борай әҙиптәре

 Борай яғы – таланттарға бай яҡ. Шиғриәт иле – матурлыҡ иле, гүзәллек донъяһы. Уның гүзәллеге – матурлыҡты матур итеп яҙа белеү генә түгел, ә бәлки ябай нимәләрҙе бөйөк итеп яҙа белеүҙә. 

Беҙҙең яҡ шағирҙары ябай ауыл кешеһенең бөйөклөгө тураһында яҙа. Улар:

Марсель Сәлимов                     

Фәйыҡ Мөхәмәтйәнов           

Рәфиғә Усманова

Әлиә Хәйруллина

Фатыйма Ғилметдинова

Йәүһәриә Шәрифғәлиева

Фәнзиә Мәҡсүтова

Нәфисә Хәбибдиярова

Зөһрә Сәлимова

Рәзиф Зиятдинов

Рәзиф Зөбәйеров

Гөлсимә Зиннатуллина

  Танылған ҡәләм оҫталары сәскән орлоҡтар бәрәкәтле тупраҡҡа төштө. Бөгөн дә шиғриәт болононда сәскәләр атыуы дауам итә. 

Райондың шиғриәт гөлләмәһе тағы ла күркәмләнә. 

           


 

Борай йондоҙҙары

Борай – татар-башҡорт сәнғәтен һыуғарыуҙа бәрәкәтле райондарҙың береһе. Ул профессиональ сәхнәгә генә лә диҫтәгә яҡын береһенән-береһе сәләтле, гүзәл, үҙенсәлекле сәнғәт әһелдәрен биргән.Улар:

- Хәмдүнә Тимерғәлиева (Ҡотлояр ауылынан)

- Фәдис Ғәниев (Мулла ауылынан) 

- Лина Ғәрәева (Таңатар ауылынан) 

Яңы ғына сығып килгән йондоҙҙар ҙа күренә:

- Ирина Ғәниева – актриса (Мулла ауылынан)

- Гөлнара Тимерйәнова (Салҡаҡ ауылынан)

- Илһам Шәриф – йырсы (Борай ауылынан)

- Денис Арыҫланов – йырсы (Борай ауылынан)

- Марат Мәҡсүтов – актер (Борай ауылынан)

 

 

    Борай рәссамдары

Ринат Хәрисов (Ленин-Бүләк ауылынан). Чехословакия, Эфиопия, Австрия, Голландия, Кипр дәүләттәрендә ойошторолған күргәҙмәләрҙә ҡатнашты. Айырым эштәре Париж музейында, Франция, Испания, Германия, Голландия шәхси коллекцияларында  һаҡлана.

Муллаян Дәүләтйәров ( Ишмәмәт ауылынан). Шәхси күргәҙмәләре Рәсәйҙән тыш, АҠШ, Венгрия, Төркиә кеүек илдәрҙә булып, юғары бәйә алды.

Искәндәр Сәйәпов  (Шишмә-Борай ауылынан) Башҡортостан республикаһынын атҡаҙанған рәссамы. Һәләтле рәссам һәм сәхнә биҙәү белгесе.

Флүрә Камалова ( Салҡаҡ ауылынан). Башлыса һынлы сәнғәт менән шөғөлләнә. Әҫәрҙәре Нестеров исемендәге дәүләт художество музейында һаҡлана.

Салауат Ғиләжетдинов  (Борай ауылынан). Айырым эштәре Саллы, Ҡазан, Женевала бар.

Кәүҫәр Әминев  (Ҡалмыҡ ауылынан). Республика күләмендә үткән күргәҙмәләрҙә ҡатнашты.

Илгиз Харисов  (Кәшкәләү ауылынан). Нестеров исемендәге музейҙын «Борай» күргәҙмәһендә, БДПУ күргәҙмәһендә юғары бәйә алды.

 

Әлинә Мөслимова (Борай ауылынан). Эштәре БирДПУ музейы күргәҙмәһендә һаҡлана. 

 

 

Они учились у нас
Исследовательская работа
История деревень
Поиск
Сайты учителей школы
>