Виртуальный историко-краеведческий музей МОБУ СОШ №1 с.Бураево
Бураевского района Республики Башкортостан
О музее
История школы
Школа сегодня
Ими гордится школа
Победа! 70 лет
Экскурсия по школе
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 166
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа

 
Проект эше

Йүнәлеше: ижади - эҙләнеү 
Номинация: социаль -сәнәғәт
ТЕМА: "Оҫтаҙҙарға эйәреп"
Автор: Шакирова Юлиә, Борай 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 11в класс уҡыусыһы.
Етәкселәре: Фазулова Г.А., Тимерханова Г.Г.


    Тел  - беҙҙең күңел көҙгөһө. Беҙ тыуғас та әсәйебеҙҙең яғымлы ҡарашы менән тәмле-татлы тел менән беҙгә өндәшкәнен ишетәбеҙ. Әсәйебеҙҙең моңло ла, шатлыҡлы ла, әкрен генә көйләгәненә тәрән йоҡоға талабыҙ. Үҫә-үҫә мәктәпкә төшәбеҙ, ә унда инде беҙҙең алда бөтөнләй өр-яңы донъя асыла. Беҙҙең хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ беҙҙе әҙәби тел нормаларына өйрәтәләр. Ҡыҙыҡһынып дәрестә шағирҙарыбыҙҙың шиғырҙары, яҙыусыларыбыҙҙың кескәй хикәйәләренән башлап, повесть, роман, драма әҫәрҙәре менән танышабыҙ.
    Борай яғы – таланттарға бай яҡ. Шиғриәт иле – матурлыҡ иле , гүзәллек донъяһы .Уның гүзәллеге – матурлыҡты матур итеп яҙа белеү генә түгел , ә бәлки ябай нимәләрҙе бөйөк итеп яҙа белеүҙә. Беҙҙең яҡ шағирҙары ябай ауыл кешеһенең бөйөклөгө , тыуған яҡтың гүзәллеге тураһында яҙа. Улар :
  •  Марсель Сәлимов
  •  Зөһрә Сәлимова
  •  Фәйыҡ Мөхәмәтйәнов
  •  Рәфиғә Усманова
  •  Әлиә Хәйруллина 
  •  Фатыйма Гилметдинова
  •  Фәнзиә Мәғсүтова
  •  Нәфисә Хәбибдийәрова
  •  Рәзиф Зыятдинов
  •  Рәзиф Зөбәйеров
  •  Мәсүфә Әйүпова
  •   Зәнфирә Гәрәйханова
  • Йәүһәриә Шәрифғәлиева
  • Әнзимә Зиннатуллина
  • Лилиә Ғәйфуллина
     Танылған ҡәләм оҫталары сәскән орлоҡтар бәрәҡәтле тупраҡҡа төштө. Бөгөн дә шиғриәт болононда сәсәктәр атыуы дауам итә. Райондың шиғриәт гөлләмәһе тағы ла күркәмләнә. Мин дә кесе йәштән үк шиғырҙар яҙыу менән ҡыҙыҡһына инем. Үҫә төшкәс үҙебеҙҙең райондаш шағирҙар ижаты менән ҡыҙыҡһына башланым. Үҙебеҙҙең Борай районында ғына ла йәшәп, ижад итеп ятыусы шағирҙарыбыҙ бихисап. Беҙ йыш ҡына улар менән осрашыуҙар үткәреп торабыҙ, шулай уҡ үҙебеҙҙең район гәзите "Алға”, "Тамырҙар” биттәрендә улар үҙҙәренең мәҡәләләре менән йыш сығыш яһайҙар. Уларҙың һәр бер шиғыры нисектер йәнгә, тәнгә яҡын. Сөнки улар туған тел, тыуған яҡ тураһында яҙалар.
 
     Файыҡ ағай Мөхәмәтйәновты ғына алайыҡ. Бына нимә тип яҙа ул үҙенең "И,тыуған яҡ”тигән шиғырында. Ниндәй матур һүҙҙәр ҡулланып яҙған шағир үҙенең тыуған яғы тураһында, тимәк шағир үҙенең шиғырында үҙебеҙҙең яҡтың ғап-ғади матур һүҙҙәрен ҡулланып яҙған бит.
 
 И, тыуған яҡ…
Йондоҙҙар шалҡымы мени,
 Шат ауылдар теҙелгән.
 Ғилем,хеҙмәт юлдаш булғас,
Һәммәһенең күкрәгенән
Ҡаранғылыҡ сигенгән.
Парлы тормош, уҡа ҡушып,
Оҫта итеп сигелгән,
Шуға йорттарҙың түренә
Бишек-сиртмә эленгән.
Баҫыуҙары – ярһыҙ дингеҙ,
Ярһый бойҙай тулҡыны,
Тоташ илгә ҡөҙрәт илтә
 Башаҡ биргән бөртөк булып,
Игенсенең күҙ нуры.
 Урмандары урман түгел,
Торғаны ожмах-йәннәт.
Татлы ҡура еләген дә,
Ер еләге,гөмбәсен дә,
Иҫәп-һанһыҙ кейеген дә
Хоҙай тормаған йәлләп.
Гөл-сәсәкле болондарҙың
Балдай татлы һауаһы.
Күкрәк киреп тын алдыңмы,
Төҙөлә, бик тиҙ төҙөлә,
Әгәр булһа йөрәгеңдең
Яҙмыш һалған яраһы.
И, тыуған яҡ, йөҙөң аҡ-паҡъ,
Үрлә,тауҙарға үрлә,
Доньяға күркәмлек өҫтәп,
Изгелек сәсеп гөрлә. 

         Ә бына икенсе шағирәбеҙ Фатыйма Ғилметдинованың шиғырҙары йыр кеүек, үҙенән-үҙе көйләйһе килеп тора.
 
Борай яғы - тыуған яҡҡынам.
Толомдарын һүтеп, тал ҡыҙы
Танып һыуҙарында ҡойона.
Борайҙағы кеүек был талдар
Башҡа юҡтыр кеүек тойола.
 Борайымдың бөҙрә талдары
Һағынмайса булмай уларҙы.
Һарыу буйҙарында нараттар
Болоттарға ашып үҫәләр.
Шул нараттар кеүек йәш саҡтар
Иҫкә төшә, Борай тиһәләр.
 Нараттарың, бөҙрә талдарың
Һағындыра Һарыу ярҙарың.
Танып талдарында һандуғас
Һайрауҙары йәнгә һарыла.
Яҙҙар һайын талып һағынып,
Ул да ҡайта тыуған ярыма.
Бөрлөгәнле Танып ярҙары,
Һандуғаслы тирәк-талдары.
Йырҙарымды һиңә бағышлайым,
Борай яғы – тыуған яҡҡынам,
Мин дә һинең моңло бер ҡошоң –
Һағынам да һиңә талпылам…
Йәнем менән һиңә талпылам,
Борай яғы – тыуған яҡҡынам.
 
       Тағы бер хөрмәтле шағирәбеҙ Әлиә Хәйруллина нимә тип яҙа.Уның шиғри теле үтә лә үҙенсәлекле, ҡолаҡҡа ятышлы, сәңгелдәктәге бала кеүек ҡәҙерле. Тимәк шағирәнең теле генә түгел, күңеле лә, эске донъяһы ла матур.

БОРАЙЫМ
Тупрағына алтын сәсһәләр ҙә
 Етмәй икән туған ерҙәргә.
Борайым тип йырҙар яҙғаным юҡ,
 Көтәһеңдер,бәлки,көтәһең,
Бағышларға һүҙҙәр етмәҫ кеүек,
 Тыуған ерем ,ғәфү итәрһең.
Был донъяла барҙыр хәйрән ерҙәр,
Иң матур яҡ бары һин, тимәйем.
Минең өсөн һинән күркәме юҡ,
Сөнки тыуған ерем һин минең.
Тыуған яҡты һайлап алмаһам да,
Рәхмәт хисем ихлас күңелдән.
Бар ғүмерем һиңә бағышланған,
 Бар булмышым һиңә үрелгән.
Болоноңдоң ҡыяҡ-үләне мин,
Шишмә һыуларының тамсыһы,
Турғай йырҙарының бер ауаҙы,
 Ажағаңдың алтын камсыһы.
Һинән китеп ҡайҙан бәхет табайым?
Тамырҙарым бында – тәрәндә.
Йөрәктәрҙең әллә ниндәй ҡылы
Тетрәп ҡуя :”Борай!” тигәндә.
Тормош – байрам түгел,ә шулай ҙа,
Һиндә үткән ғүмер йырға тиң.
Уңыш үрҙәрендә – шатлыҡ уртаҡ,
Ауыр көдәреңдә иңгә иң.
Барҙыр,барҙыр һинән матур яҡтар,
Иң матуры бары һин, тимәйем.
Минең өсөн һинән яҡшы юҡ,
Сөнки тыуған ерем һин минең.

 
Йәнә бер шағирыбыҙ Марсель Сәлим нимә тип яҙа:
 
Ҡойолған япраҡтар
Танып ярҙарында шаулай тирәк
 Япраҡтары һыуға ҡойола…
Тыуған яҡтан сығып киткән кеше
 Шул япраҡтар һымаҡ тойола.
Танып буйҙарында дөрләй усаҡ
Төтөндәре елгә тарала.
Бәхеттәрем ашып,шатлыҡтарым таша
Тыуған яҡҡа ҡайтҡан арала.
 Танып һыуҙарында йөҙә аҡҡош,
Ҡанаттарын тулҡын ҡайыра…
 Яҙмыш ниндәй кешеләрҙе микән
 Тыуғак яҡтарынан айыра?

 
    Эйе, бары тик эске матурлығы менән тышҡы матурлығы тап килеп, кеше генә ошолай фәһемле лә, матур ҙа тел менән яҙа алалыр тип уйлайым. Һуңғы йылдарҙа гөрөф-ғәҙәттәребеҙгә, телебеҙҙең ысын мәғәнәһендә сафлығына, һығылмалылығына айырыуса иғтибар иткән шиғырҙар сабый күңеленә үтеп керә, хәтеренә алтын хәрефтәр менән яҙыла. Нәҡъ бына ошолай кеше күңеленә үтеп керә шағирәбеҙ Рәфиға Усманова шиғырҙары.
 
Беҙ Борайҙар бит әле
Ҡайҙа ғына йәшәһәң дә,
Иҫкәйеңдә тот әле.
Тамырыбыҙ бик тәрәндән
 Беҙ – Борайҙар бит әле.
 Үҙеңдән һуң көл ҡалмаһын,
Гөл үҫтереп кит әле.
Нәфислек сәс, гүзәллек үр
Беҙ – Борайҙар бит әле.
Моңдарыңды юмарт өләш
Гармун уйнап үт әле.
Йыр – бейеүҙә өҙдөрөрбөҙ
Беҙ – Борайҙар бит әле.
Ғүмер ҡыҫҡа һөй һәм һөйөл
Ялҡыныңда өт әле.
Яндырырбыҙ, көйҙөрөрбөҙ,
 Беҙ – Борайҙар бит әле.
Иманлы бул,игелекле,
Яҡшы һүҙҙе тот әле.
Яуыҙдарҙың тетмәһен тет,
Беҙ – Борайҙар бит әле.
Яҙмыш еленә бөгөлмә,
Күҙҙәреңде һөрт әле.
Ҡан булһа ла төкөрмәбеҙ
Беҙ – Борайҙар бит әле.
Ситтә лә килмешәк булма
Башың ғорур йөрт әле.
Нәҫелеңә һүҙ тейҙермә
Беҙ – Борайҙар бит әле!
 
Ә бына Рәзиф Зыялтдиновтың тыуған яҡ тураһындағы шиғыры. Шағирҙың теле матур, аңлайышлы, аһәңле яңғырай. 

 
РӘХИМ ИТЕГЕҘ
Беҙҙең яҡҡа юл уңай
 Ете юл саты Борай.
Яҙмыштар ҡушылған сат,
Йөрәктәр табышҡан яҡ.
Картала түгел, күңелдә
Эҙ һала Сарыу.
Әрәмәңдә бөтә арыу,
Һалкын шишмәң – гел дарыу.
Аҙға килгән күпкә ҡала.
Ней сихырҙыр – белмәйбеҙ.
Осрашҡанда беҙҙең һүҙ бер:
 -Рәхим итегеҙ! – тибеҙ.
        
  Быуындан быуынға аҫыл хәзинә итеп тапшырыла торған, заман елдәре лә ала алмай, ғасырҙар үтһә лә юғалмай торған, кешелек тарихы өсөн бик ҡәҙерле булған ҡиммәттәр бар. Юҡ, аҫылташтар түгел. Баһаһын бер нимә менән дә үлсәп булмай торған, йылдар үткән һайын әһәмиәте арта барған был ҡиммәтле хазина – беҙҙең тыуған, әсә телебеҙ. 
Ә хәҙер, оҫтаҙҙарыбыҙға эйәреп яҙған үҙемдең бер шиғырымды һеҙгә тәҡдим итәм:

Тыуған ерҙә туған телем,
 Туған телем йырға тиң.
Тыуған ерҙең далаһылай
Һүҙ байлыҡтары бик киң.
Туған тел – бер маяҡ ул,
Туған телем аҡ юл һалған.
Дәүерҙәрҙә үҙгәрмәйсә
Бороңғоларҙан ҡалған.
Йөрәктәрҙә һүнмәс ҡояштай
Балҡыйһың һин, башҡорт теле.
Атам-әсәмдең теле,
Бөйөк Рәми, Мостай теле.
Аҡмулланың кәңәштәрен
Бар донъяға таратам.
Туған  телем – ҡурай моңо,
Уны һаҡлайым, яратам.
Туған тел – йәшәү терәге
Йәшәрһен ул көн һайын
Һүнмәһен ерҙә тыуған тел
Яҡтырһын ул һәр даим.
Ололар һаҡлап ҡалдырған
Туған телен иленә,
Ололайыҡ, баш эйәйек
Бөйөк башҡорт теленә!
Туған телемдә йыр һуҙам
Аңлашам туған телдә
Дәүләтебеҙҙең төт теле
 Мәңге йәшәһен ерҙә!

Они учились у нас
Исследовательская работа
История деревень
Поиск
Сайты учителей школы
>