Виртуальный историко-краеведческий музей МОБУ СОШ №1 с.Бураево
Бураевского района Республики Башкортостан
О музее
История школы
Школа сегодня
Ими гордится школа
Победа! 70 лет
Экскурсия по школе
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 166
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа

Проект эше

 


Йүнәлеше: ижади - эҙләнеү 
Номинация: социаль -сәнәғәт
ТЕМА: "Егет кешегә етмеш һөнәр ҙә аҙ
"
Автор: ҒәлинаИрина, Борай 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 10 а класс уҡыусыһы.
Етәксеһе: Фазулова Г.А.
    
 
 
Беҙҙең районда һуңғы йылдарҙа сәнғәт өлкәһендә ҡаҙаныштар юғары баҫҡысҡа күтәрелде, бигерәк тә Борайлылар бейеү сәнғәтен үҫтереп, ҙур ҡаҙаныштар яулап килә. Шуның аша беҙҙең райондың даны тирә-яҡҡа киң таралды.Беҙҙе хәҙер республика күләмендә генә түгел, күрше өлкәләрҙә лә таныу таптыҡ. Беҙ Борай данын бейеклектәргә күтәргән бейеүселәребеҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ! Баҡһаң, бындай шәхестәр беҙҙә электән үк килә икән. Мәҫәлән, «РСФСРҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» исеменә лайыҡ булған бейеүсебеҙ Мирхазов Ғилемхан Ғилемйән улы.
 Эҙләнеү эшенең маҡсаты:
1. Мирхазов Ғилемхан Ғилемйән улының тормош юлын өйрәнеү;
2. Был шәхестең тағы ла ниндәй таланттарға эйә булыуын асыҡлау;
3. Иптәштәремдә районды данлаған шәхестәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.
 Эҙләнеү эшенең гипотезаһы:
«Талантлы кеше бар яҡлап та талантлы» тигән гипотезаны раҫларға булдым.
 Темамдың актуаллеген түбәндәгеләргә нигеҙләнеп билдәләнем:
- хәҙерге йәштәр районыбыҙҙың электәнге талант эйәләрен белмәй;
 Эҙләнеү эшенең методтары:
1. Нәҫел тарихын тикшереү.
2. Шәхестең тиҫтәрҙәре менән осрашыу.
3. Район музейының архив материалдарында эҙләнеү.
 Тикшеренеү объекты:
 «РСФСРҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» исеменә лайыҡ булған бейеүсебеҙ Мирхазов Ғилемхан Ғилемйән улы.
 Эҙләнеү предметы :
 Районыбыҙҙың бөйөк шәхестәребеҙҙең береһе булған Мирхазовтың таланты.
 Эҙләнеү эшенең сығанаҡтары :
 Тикшеренеү эшен башҡарыу өсөн һүҙлектәр,гәзит материалдары, мәҡәләләр ҡулланылды. Башҡорт халыҡ ижадының мәҡәл йыйынтыҡтары файҙаланылды. Шулай уҡ сәнғәт өлкәһендә эшләгән кешеләр менән фекер алышыу ойошторолдо.
 Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте:
 Йыйылған материалдар артабан ауыл тарихын өйрәнеүҙә, мәктәп музейында файҙаланыла ала.
  Эҙләнеү эше ваҡытында түбәндәге һөҙөмтәләргә ирештем:
 - Айырым алған шәхес тураһында белемемде камиллаштырҙым;
 Эҙләнеү юлында яңы фекерҙәр тыуҙы:
 - Беҙҙең районыбыҙҙа йондоҙҙар бөгөн генә ҡабымағанлығын асыҡланым;
- Хеҙмәт эйәһе- хөрмәт эйәһе тигән мәҡәлдең дөрөҫлөгөнә инандым;
  Эшемдең һөҙөмтәләре буйынса шундай һығымтаға килдем:
 -шәхестәрҙең тормош юлы аша ауылыбыҙҙың үткәнен белдем;
 -ваҡытында күберәк һорашырға, һуңламаҫҡа кәрәк тигән фекергә килдем.
 Эшемдең структураһы :
тикшеренеү эше инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән һәм ҡушымтанан тора.
 

 

Төп өлөш
 «Мин ғүмерем буйы халҡымдың йәнен
ҡанатландырырлыҡ бейеүҙәр ҡуйырға ынтылдым… »
 
        Мирхазов Ғилемхан Ғилемйән улы Борай районы Шишмә-Борай ауылында 1925 йылдың 15-се сентябрендә ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.Ул башланғыс белемде Шишмә- Борай ауылында ала. 1936 йылда 7 класты тамамлап сыға. 1940 йылда район башҡарма комитетында эш башҡарыусы булып эшләй башлай.Ул бәләкәй саҡтан ук бейеүгә бик һәләтле була. Үҙешсән сәнғәт түңәрәктәрендә актив ҡатнаша. Ул йылдарҙа төҙөлгән Борай колхоз-совхоз дәүләт театры менән тығыҙ бәйләнеш тота. Сәхнәлә уңышлы ғына аҙымдар яһаған Ғилемханды тиҙҙән шул театрҙың ағҙаһы итеп алалар. Унда ул үҙенең оҫталығын камилләштерә бара, көн һайын ул һигеҙәр сәғәт бейеүгә өйрәнә. Шулай итеп, тағы ла бер йыл үтеп китә.
        1943 йылды Ғилемханды армия сафтарына алалар.Ул Ленинградты обороналауҙа һәм Балтик буйы фронттарында дошманға ҡаршы аяуһыҙ көрәшә. Карелия өсөн барған ҡаты һуғыштарының береһендә ауыр яралана һәм контузия ала. Бөйөк Ватан һуғышында дошманға ҡаршы батырҙарса көрәшкәне өсөн партия һәм хөкөмәт уны бер нисә тапҡыр орден һәм миҙалдар менән бүләкләй:
 1. "Ҡыҙыл йондоҙ” ордены,
2. "Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн” миҙалы,
3. "Һуғышсан дан” ордены,
 4. "Германияны еңеү” миҙалы,
5. "СССРҙың хәрби көстәренә 50 йыл” миҙалы,
6. "Бөйөк Ватан һуғышына 20 йыл” миҙалы.
        Уның күкрәге орден һәм миҙалдар менән биҙәлә. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыу менән, ул Борайға ҡайтып, физкультура уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Балаларға белем биреү ниәте көслө булғанлыҡтан махсус белем алыу өсөн педагогик училищены ситтән тороп уҡый. Театр эшен дә ташламай.Театр эшендә уңышлы хеҙмәтен БАССР сәнғәт эштәре идараһы белеп, уны беренсе категориялы артист итеп Ауырғаҙы колхоз-совсоз дәүләт театрына күсерергә приказ сығара. Мирхазов унда ла һәләтле артист итеп таныта. Ләкин уны тыуған яҡтары үҙенә тарта.Ниһәйәт, ул Борайға ҡайта. Көслө ихтыярлы Ғилемхан ситтән тороп училищены тамамлай.
 
 
Унан һуң Башҡортостан дәүләт университетының география факультетына ситтән тороп уҡырға керә. Ситән тороп уҡыу дәүерендә лә Ғилемхан сәхнәнән айырылмай. Эшләүе лә, уҡыуы ла, әлбәттә, уға еңел булмай. Күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәндер. Ниһәйәт, тырышлыҡ бушҡа китмәй. 1959-сы йылды юғары уҡыу йортон тамамлай.1959-сы йылдан башлап 2-се һанлы Борай урта мәктәбендә юғары кластарҙа география фәненән уҡытыусы булып эшләй.
 
 
Ул балаларға белем биреү менән генә сикләнмәй, район халҡына политик һәм фәнни белем таратыуҙың РСФСРҙың йәмғиәте члены булып та эшләй. Уның был өлкәләге тырыш хеҙмәте Башҡортостандың белем таратыу йәмғиәте идараһы тарафынан бер нисә тапҡыр почет грамоталы менән бүләкләнә.
 
 
       1959 һәм 1961 йылдарҙа Башҡортостандың белем таратыу йәмғиәте тарафынан 2 мәртәбә «Благодарственная грамота» менән һәм бер нисә тапҡыр почет грамотаһы менән бүләкләнә. Шуның менән бергә ул актив хәбәрсе лә. «Учительская газета», «Ҡыҙыл таң», «Алға» газеталарында, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында уның 40 яҡын хикәйәләре һәм очерктары, зарисовкалары сыға.
 
 
«Алға» һәм «Ҡыҙыл таң» газеталарында актив хәбәрҙәр һәм фельетондар яҙғаны өсөн бер нисә тапҡыр почет грамоталары менән бүләкләнә. Һүрәт дәрестәре уҡытыусыһы булараҡ та уның күп кенә хеҙмәттәре бар.Ул уҡыусыларҙы дөрөҫ итеп һүрәт яһарға өйрәтте. Мәктәптең залында һәм кластарҙа ул эшләгән һүрәттәрҙе бик күп күреп булған. Ҡыҫҡаһы, ул – яҡшы художник та, яҡшы һыҙым (черчение) уҡытыусыһы ла. Ул был профессияларҙы үҙлегенән күп уҡыу нәтижәһендә өйрәнде. Егет кешегә бит етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр.Бына ул ошо мәҡәлғә бик лайыҡлы кеше.
 
 
 
Ғилемханға тыуған крайҙы өйрәнеү буйынса ла етәкселек итеү эше йөкмәтелгән.
 
 
 Ул был эште лә бик оҫта итеп ойоштора.Крайҙы өйрәнеү буйынса төҙөлгән туристик походтарҙа актив эш алып барғаны өсөн бер нисә тапҡыр РОНО тарафынан почет грамоталары менән бүләкләнә.
      Мәктәптә крайҙы өйрәнеү һәм тыуған яҡ байлыҡтарын белеү, шулай уҡ боронғо әйберҙәрҙең үрнәген һаҡлау музейы ойошторолдо. Музейҙы яҡшы тотҡаны өсөн дә дирекция тарафынан ике тапҡыр почет грамотаһы менән бүләкләнә.
      Ғилемхан Ғилемйән улы мәктәптә күп ҡырлы эштәр алып барыу менән генә сикләнмәй. Совет власы һәм Коммунистар партияһының ленинсыл аҡыллы милли политикаһы СССР халыҡтарҙың культура үҫешендә яңы, ысын тарихын асты.
     Халҡыбыҙҙың культураһын үҫтереүҙә партия һәм хөкүмәт аталарса хәстәрлек күрә.Совет осоронда Башҡортостанда үҙенең драмматургияһы, үҙенең театры, сәнғәте барлыҡҡа килде. Шуның менән бергә райондарҙа һәм ауылдарҙа мәктәптәр, клубтар,библиотекалар барлыҡҡа килде. Районыбыҙ үҙәгендә халыҡ театры үҫеп сыҡты. Был театр башта драмтүңәрәк исемендә йөртөлә ине. Театрҙың члендары йылдан йыл арта бара.Улар халыҡҡа яҡшы театрҙар күрһәтәләр. Театр менән етәкселек итә РСФСРҙыңатҡаҙанған культура эшлеклеһе Рәүфә Ғалиева. Район үҙәгендә халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә үҙенең эшен тейешле юғарылыҡҡа күтәрҙе.
       Ул 20 йылдан артыҡ Борай культура йортоноң бейеү коллективы менән етәкселек итә. Район үҙәгендә башта бейеүселәр түңәрәге генә була. Мирхазов етәкселек иткән был түңәрәк йылдан-йыл үҙенең оҫталығын арттыра барҙы. Түңәрәк халыҡ ансамбле исемен яулап ала. Түңәрәктә 20гә яҡын члены булған. Йәш таланттарҙы ул бик яҡшы итеп бейеүгә өйрәтә. Сөнки ул үҙе лә бик яҡшы бейей белә. Күп йәштәрҙе татар, башҡорт һәм башҡа милләт халыҡтарының бейеүҙәрен оҫта итеп башҡарырға өйрәтте. Ул иҫке бейеүҙәрҙе өйрәтеү менән генә сикләнмәй, яңыларын үҙе ижат итә.
 
 
Ул башҡарған «Перовский», «Һаран кейәү», «Өс туған», «Ҡарт байыҡ» бейеүҙәре халыҡ күңелендә легенда булып һаҡлана.
 
 
 
1957-се йылда беренсе республика фестивалендә ул етәкләгән бейеү ансамбленә «Йәштәрҙең 1-се республика фестивале лауреаты» исеме бирелә, беренсе дәрәжә диплом менән бүләкләнә. Башҡортостандың 50 йыллығына бағышлап «Борай йәштәре» һәм «Борай биҙәктәре» бейеү ансамбле айырыуса тамашасыларҙа яҡшы хистәр уятты.
 
 
«Борай биҙәктәре» бейеүе Өфөлә сығыш яһап, I дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Ошоларҙан тыш китаптар буйынса хәҙерләнгән «Гөлнәзирә», «Колхоз сюитаһы», «Борай егеттәре», «Бесәнселәр», «Ҡушъяулыҡ» һәм башҡа бик күп бейеүҙәр ҙә ҙур уңыштар ҡаҙана.
 
 
1965 йылда «Борай йәштәре» бейеүе өсөн үҙешсән сәнғәт түңәрәге коллективы Бөтөнроссия конкурсы дипломанты исемен яулау бәхетенә ирешә. Культура йортонда эшләү менән генә сикләнмәй, ул пионерҙар йорто ҡаршында ойошҡан бейеүселәр түңәрәгенең дә етәксеһе.
 
 
     1950-1965 йылдарҙа Мирхазов 30лап грамота һәм 15кә яҡын диплом һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Улар КПССтың район комитеты, район башҡарма комитеты, Башҡортостан культура министрлығы, комсомолдың өлкә комитеты тарафынан бирелгән. Ғилемхан Мирхазов бейеү коллективы етәкселегенең 1963-сө йылды Ҡазан ҡалаһында үткәрелгән семинарында ҡатнашты. 15 өлкәнең бейеү коллективтары араһында үткәрелгән семинарҙа Н.Крупская исемендәге халыҡ таланттары үҙәк йортоноң баш балетмейстеры Шаповаловтың Мирхазов бейеүенә отзывы яҡшы булды. Ғ.Мирхазовтың сәхнә сәнғәте эшендәге күпъйыллыҡ хеҙмәттәренә партия һәм хөкүмәт юғары бәйә бирҙе. Уға 1965 йылдың 22-се ноябрендә «РСФСРҙың атҡаҙанған культура эшлеклеһе» тигән маҡтаулы исем бирелде.
 
 
 Был бүләк уны бик ныҡ шатландырҙы һәм яңы хеҙмәткә рухландырҙы. Ул 1967 йылда булған үҙешсән сәнғәт коллективтарының Бөтә Рәсәй конкурсы дипломаты исемен яулап алыуға иреште.
       Ғилемхан Мирхазов сәхнәгә сығарған бейеүҙәре бихисап:
- «Башҡорт ҡыҙҙары» бейеүе
 - «Башҡорт атлылары»
 - «Колхоз сюитаһы»
- «Татар ҡыҙҙары»
- «Беҙ Борай егеттәре»
- «Борай ҡыҙҙарының лирик бейеүе»
- «Борай йәштәре»
- «Борай биҙәктәре»
- «Гөлнәзирә»
- «Зарыйфа»
- «Дуҫлыҡ»
- «Бүләк»
- «Үтеп барышлай»
- «Ете ҡыҙ»
- «Өс туған»
- «Алты егет»
- «Һандуғас»
- «Асылйәр»
- «Аҡҡоштар»
- «Хәтирәм»
- «Тау марыйҙары »
- «Бесәнселәр бейеүе»
- «Кукуруз баҫыуы»
- «Кейәү»
- «Светит месяц»
 - «Барыня»
- «Молдаванеску»
- «Гопак»
- «Бульба»
 - «Бишбармаҡ»
 - «Күбәләгем»
- «Перовский»
- «Киске уйын»
 - «Осрашыу»
 - «Йәш йөрәктәр»
 - «Һыу буйында»
 
 Йомғаҡлау
 Шулай итеп:
 1. Мирхазов Ғилемхан Ғилемйән улы бейеүсе генә түгел, ә күп яҡлы талант эйәһе икәнен асыҡланым.
 2. «Талантлы кеше бар яҡлап та талантлы» тигән гипотезаны раҫланым.
3. Беҙҙең районыбыҙҙа йондоҙҙар бөгөн генә ҡабымағанлығын асыҡланым;
4. «Хеҙмәт эйәһе- хөрмәт эйәһе» тигән мәҡәлдең дөрөҫлөгөнә инандым;
   Үткәнеңде, яҡты йондоҙ булып балҡыған шәхестәрҙең тормош юлын белеү киләсәк быуынға үҙ ауылдаштары, халҡы, эше өсөн яуаплы булыуын дәлилләй. Был шәхес иле, халҡы өсөн хеҙмәт итеп, үҙ заманыны өсөн кәрәкле кеше булып йәшәгән. Уның һәр бер эше һоҡланырлыҡ һәм ғорурланырлыҡ . Уның яҡты тормошо бөтә кешеләр өсөн үрнәк булып тора.

Минеңсә, Г.Шафиковтың Ғалиаскар Ҡамал тураһындағы һүҙҙәр беҙҙең яҡташыбыҙға ла тура килә:
 Он у народа брал и снова
Ему же щедро возвращал;
Он танцы из сырья простого
В шедевры сцены превращал…
 






 
Они учились у нас
Исследовательская работа
История деревень
Поиск
Сайты учителей школы
>